Янғындан ҡаза күргән Брусининдар ғаиләһе ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

22 августа башҡаланың Паровоз урамы 5 йортонда янғын сығыу арҡаһында ике бала тәрбиәләгән Брусининдар ғаиләһе урамда тороп ҡала. Ике ҡатлы бүрәнә йорт һәм өлөшләтә таштан төҙөлгән төкөтмә көл-күмергә әүерелә. Икенсе ун биш минутта башланған янғын ике сәғәт эсендә биш янғын һүндереү бригадаһы ярҙамы менән һүндерелә.

Бәхеткә күрә, янғындан ғаилә ағзалары иҫән-имен ҡотола. Тиҙҙән Брусининдар ғаиләһендә өсөнсө бала тыуасаҡ. Ленин районы хакимиәте тарафынан ғаиләгә аҡса һәм йылы кейемдәр йыйыу ойошторолған. Янғында юҡҡа сыҡҡан рәсми документтарҙы яңыртыу ҙа тиҙләтелгән.

Ленин районы хакимиәте тарафынан янғын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар күрелгән. Йорт янынан эре ҡалдыҡтарҙы түгеү өсөн контейнер килтерелгән. Ошо аҙнала янған йорт бүрәнәләре һүтелеп хәүефһеҙ урынға сығарыласаҡ. Һалҡындар башланғансы Ленин районы хакимиәте өсөнсө сабыйҙарын көткән йәш ғаиләгә йорт коробкаһын күтәреүҙә ярҙам итәсәк.

Әлеге ваҡытта янғындан зыян күргән Брусининдаға күршеләре ваҡытлыса йәшәп торорға торлаҡ тәҡдим иткән. Ҡазаға тарыусылар изге күңелле кешеләргә рәхмәт белдерә. Ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр экранда күргән телефон номеры буйынса Һаҡлыҡ банкы аша аҡсалата ярҙам итә ала.

Фото №1 - Янғындан ҡаза күргән Брусининдар ғаиләһе ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ