Иң ҙур ялманған майҙандар Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Күгәрсен һәм Баймаҡ райондарында. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 сығанаҡ уратып алынған. Кисә Йөрәктауҙағы ут һүндерелгән. Бөгөн бында янғын кире тоҡанып китмәһен өсөн өҫтәмә рәүештә һыу һиптерәләр. Баймаҡ районында янғын һүндереүгә 147 кеше һәм 23 берәмек техника йәлеп ителгән. Өҫтәмә 85 ут һүндергес ранец әҙерләнгән. 50 кешенән торған аэромобиль төркөмө лә килгән. Уттың ауылдарға таралыу хәүефе юҡ, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.




