Бөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм "Газпром" компанияһының хеҙмәттәшлек мәсьәләһе ҡаралды. Ведомство-ара комиссия ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
Бөгөн Өфөлә шулай уҡ нефть һәм газ тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантана ойошторолдо. Байрамға килеүселәрҙе Республика башлығы тәбрикәләне.
Тантанала алдынғы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде. Дүртөйлө магистраль газ торбалары идаралығы етәксеһе Нияз Тимерханов “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Нефть һәм газ тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө был йәкшәмбе билдәләнә.







