Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы программаһы билдәле булды. Ул 10 һәм 11 сентябрҙә Сибайҙа уҙғарыла. Тәүге көндә 4 стратегик сессия ҡаралған. Унда ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереү, сәнәғәт биләмәләрен камиллаштырыу, урман комплексы киләсәге, агронсәнәғәт комплексы үҫеше темалары буйынса фекер алыша. Икенсе көндә Башҡортостан үҫеше стратегияһы, экпортлауҙа яңы технологиялар ҡулланыу, республика киңерәк танытыу мәсьәләләре ҡарала. Эшлекле программанан тыш күңел асыу сараларын планлаштырылған.




