"Салауат Юлаев"тың уйындарын күберәк тамашасы ҡарай алыуы мөмкин. Клуб етәкселеге Республика башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. "Өфө-Арена"ла урындарҙың 50 процентына билеттар һатырға рөхсәт итеү мәсьәләһе ҡарала. "Салауат Юлаев" бөгөн КХЛдың яңы миҙгелен аса. Нурсолтанда "Барыҫ" менән осрашыу 18 сәғәт 30 минутта башлана. Үҙ майҙанында тәүге уйынын юлаевсылар 9 сентябрҙә уҙғара. Өфөгә Мәскәүҙән "Спартак" килә.




