Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар 14 кешегә артҡан

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, ҡурҡыныс сир 1 мең 159 кешенең ғүмерен өҙгән. Вафат булыусыларҙың 926-ы 60 йәштән өлкәндәр. Бынан тыш, һуңғы тәүлектә ауырыусылар исемлегенә 304 кеше өҫтәлгән.

Вакцинацияға килгәндә, бөгөнгә беренсе компонент 1 миллион 173 меңдән ашыу кешегә яһалған. Барлығы 1 миллион 26 мең 67 кеше прививка эшләтеүҙе тулыһынса тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 17 мең 590 кешегә тулыланған.

Фото №1 - Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар 14 кешегә артҡан
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ