Бөгөн Күгәрсен районы үҙәгендә бер юлы ике урында янғын сыҡты.
Совхоз һәм Ҡайындар сауҡалығы биҫтәләрендә йорт-ҡаралтыларға ут ҡапты. Янғынға ҡаршы көрәшкә урындағы халыҡ һәм барлыҡ ойошмалар йәлеп ителде. Әммә көслө ел ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Бәхеткә күрә, берлектәге көс менән йорттан-йортҡа күсеп торған ялҡын телдәре ваҡытында туҡтатыла.
Бынан тыш, кисә Ырымбур өлкәһенән килгән янғын да Санъяп ауыл биләмәһенә оло хәүеф тыуҙырҙы. Был юлы ла кешеләрҙең әүҙемлеге менән Ҡасҡын ауылы һаҡлап алып ҡалына. Әлеге ваҡытта эргәле урман буйында дежур итеү ойошторолған.
Янғын менән бәйле хәл Баймаҡ-Сибай юлында ла көсөргәнешле ҡала. Ошо сәбәпле бөгөн урында транспорт хәрәкәте сикләнгән. Көслө ел бер тәүлектән ашыу утты һүндерергә мөмкинлек бирмәй. Ҡоро үләнгә тоҡанған ялҡын шунда уҡ ағастарға һәм ҡыуаҡтарға ла күсә.
Бер тәүлек эсендә генә 750 гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән. Уттың артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында әле ғәҙәттән тыш хәл урынында минералләштерелгән һыҙаттар киңәйтелә. Ҡуйы төтөн таралаыуын һәм янғындың Ғәле ауылына яҡыная барыуын иҫәпкә алып урындағы халыҡты эвакуациялау ойошторолған.
Илдар Байбулатов




