Берҙәмлек утта сыныҡты. Хәйбулла районында республиканың көньяғындағы урман янғындарында фиҙәҡәрлек күрһәткән ирекмәндәр һәм хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде.Төбәктә «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре һәм муниципаль депутаттар форумы уҙҙы. Унда ҡатнашыусыларҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһы республика бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне.
Ауылын һәм ауылдаштарын һаҡлап ҡалыу өсөн Рәзилә Ямалетдинова өйөн янғын һүндереү штабы итергә лә ризалыҡ бирә.Ирекмәндәр һәм ҡотҡарыусылар ялҡынлы сменанан һуң уның йортонда ял итә.Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары сиратлап урман янғынын һүндереүселәргә аш-һыу әҙерләй. Рәзилә Ямалетдинованын фиҙәҡәрлеге юғары баһаланды.
Ҡоро һәм эҫе йәй һөҙөмтәһендә көньяҡ райондар ялҡын эсендә ҡалды.Рәсми статистиканан күренеүенсә ут 13 мең самаһы гектар майҙанда таралды.»Йәшел ҡалҡанды» һаҡлауға урмансылар, янғын һүндереүселәр менән бер рәттән ябай халыҡ-ирекмәндәр ҙә баҫты. Ут берҙәм көс менән контролгә алынды.
Башҡортостандың көньяҡ райондары урман янғындарынан тыш, ҡоролоҡтан да зыян күрә.Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайырҙа сәсеүлектәр тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан.Бесәнлектәрҙә үлән ҡороған. Шуға ла мал аҙығы менән дә ҡытлыҡ бар.Башҡортостан ҡоролоҡтан зыян күргән райондарҙы яңғыҙ ҡалдырмай.
Ҡоролоҡ, урман янғындары, коронавирус пандемияһына бәйле мәсьәләләрҙе муниципаль депутаттарға көндә тиерлек хәл итергә тура килә.Улар халыҡҡа иң яҡын сәйәси берәмек.Шуға ла урындағы депутаттар менән бермә-бер аралашыу тауыш биреүселәрҙең һулышын тойоу өсөн дә әһәмиәтле.
Муниципаль депутаттар форумында сығыш яһап Радий Хәбиров урман янғындары менән көрәштә күрһәтелгән фиҙәҡәрлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.Быйыл республика ысынлап та ҙур һынау кисерә. Урман янғындары, ҡоролоҡтан тыш, пандемия ла үҫеште тотҡарлай.Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан республика йылдам алға бара. Иҡтисади күрһәткестәр буйынса Башҡортостан илдә алдығы урындарҙы биләй. Радий Хәбиров фекеренсә, Башҡортостан еңеүселәр республикаһы.
Башҡортостан ысынлап та еңеүселәр республикаһы. Пандемия шарттарында ла төбәк иҡтисады үҫеш күрһәткестәре буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй.Ә урман янғындары менән көрәштә халҡыбыҙ берҙәмлек күрһәтеп тәбиғәт ғәрәсәтен контролгә алыуға өлгәште.Тимәк, башҡортостандың ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр алда әле.
Рафиҡ Әхмәтшин







