Байрамда республика етәкселеге лә ҡатнашты. Радий Хәбиров үҙ сығышында «Газпром»дың төбәк компаниялары – республика ғорурлығы һәм терәге булыуын билдәләне, оҙаҡ йылдар улар иҡтисад локомотивы булып хеҙмәт итә, бюджетҡа килем килтерә.
Шулай уҡ мөһим социаль программаларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм энергетика өлкәләренең ҡеүәтләнеүе тап газ өлкәһе үҫешенә бәйле.
Тантаналы сара сиктәрендә Радий Хәбиров нефть һәм газ сәнәғәтендә эшләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне. Һөнәри оҫталыҡ, фиҙәҡәрлек һәм юғары ҡаҙаныштар өсөн предприятие вәкилдәре «Салауат Юлаев» ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын алды.
Бүләкләнеүселәр араһында Салауат районынан Авзал Ҡазыханов та бар. Арҡауыл магистраль газ үткәргес производство идаралығы белгесе хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре исемен йөрөтә.
Гөлназ Хәйбуллина




