Мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр, хәрбиҙәр менән осрашыуҙар ойошторолдо. Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары матәм митингы барышында Беслан фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Бынан 17 йыл элек террористар Төньяҡ Осетиялағы мәктәпкә һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк булғайны, уларҙың күбеһе балалар. Башҡортостанда үткән Хәтер акцияһы барышында интернет селтәрендә террор һәм экстремизм идеологияларына ҡаршылыҡ күрһәтеү, йәштәр менән профилактик эште көсәйтеү мөһимлеге билдәләнде.
Флорида Ким







