Тантаналы сарала студенттар, уҡытыусылар һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты. Студенттарға ижад менән шөғөлләнеү һәм йәшәү өсөн иркен бүлмәләр һәм тамаша залдары әҙерләнгән. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжы студенттары өсөн белем көнө ысынлап та көтөп алынған байрам. Уҡыу йылын улар төҙөкләндерелгән, иркен һәм яҡты аудиторияларҙа башлай. «Театр сәнғәте» төркөмөнөң 3-сө курсы яңы бинаға күсеүенә шатланып бөтә алмай. Быға тиклем уларға тар бүлмәләрҙә репетициялар үткәрергә тура килгән.
Дүрт йыл элек Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы урынлашҡан корпус авария хәлендә тип таныла. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары буйынса уҡыу йорто Технологик колледж бинаһына күсерелә. 2019 йылда белем усағы «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә капиталь ремонт эшләүгә өлгәшә.
Студенттар өсөн ҙур һәм бәләкәй хореография кластары, тауыш яҙҙырыу студияһы, спорт һәм тамашалар залдары барлыҡҡа килгән. Заманса елләтеү системаһы, электр селтәре һуҙылған. Бөтә бинала тәҙрәләр алыштырылған. Яңырыу бының менән генә туҡтап ҡалмай. Яҡын арала кәрәкле аппаратура, тауыш һәм яҡтыртыу ҡоролмаларын һатып алыу күҙаллана.
Уңайлы шарттар уҡыу һәм ижад менән шөғөлләнеү өсөн генә түгел, йәшәү өсөн дә булдырылған. Биш ҡатлы бинаның өҫкө ике ҡатында ятаҡхана урынлашҡан. Бүлмәләр 3-4 студентҡа иҫәпләнгән. Яңырған колледжда 4 йүнәлеш буйынса 300-гә яҡын талантлы егет-ҡыҙ уҡыуын башланы.
Әлфинә Килдейәрова




