Комплексты төҙөү кәрәклеген республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләне.
Стәрлетамаҡ районында тормошҡа ашырыласаҡ инвестиция проекты "Газпром" ойошмалары менән берлектә үткән ведомство-ара комиссия ултырышында ҡаралды. Альтернатив яғыулыҡтың иҡтисад һәм экология өсөн өҫтөнлөктәре күп. Уны транспорт өлкәһенән тыш, төпкөл ауылдарға газ үткәргәндә лә ҡулланып буласаҡ.
Инвестициялар күләме дөйөм алғанда 1 миллиард 900 миллион һум тәшкил итә. Эшлекле осрашыуҙа хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренән тыш, көҙгө-ҡышҡы осорға газ бүлеү станцияларының әҙерлеге менән дә таныштырҙылар. Газ сығарыу агрегаттары ремонтланып, техник хеҙмәтләндереү үткән.
Башҡортостандың газ мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса ла ҙур мөмкинлектәре бар. Һуңғы йылда ғына автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары етәүгә артып, 28-гә еткән. Был әүҙемлек, тәү сиратта, республика һәм федераль Хөкүмәт тормошҡа ашырған ярҙам сараларына бәйле. Ултырышта ҡатнашыусылар автотранспорттың күпләп метанға күсеү өсөн уңай шарттар булдырыу мөһимлеген билдәләне. Сервис үҙәктәргә лә ихтыяж юғары.
Эшлекле осрашыуҙа республика Радий Хәбиров республика иҡтисадының яйлап тергеҙелә башлауын билдәләне. Сәнәғәттә 3,5%-ҡа үҫеш күҙәтелә. Уҙған йылдағы осор менән сағыштырғанда, алдағы ете айҙа 21 процентҡа күберәк торлаҡ сафҡа ингән. Шулай уҡ халыҡтың һатыу алыу һорауы ла артҡан.
Гөлназ Хәйбуллина




