Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайында алтын һәм гәүһәр туйҙарын ҡаршылаған бәхетле парҙар тәбрикләнде

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ойошторған тантаналы сарала ун биш ғаилә ҡатнашты. Сара сиктәрендә урындағы хакимиәт етәкселеге уларға ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Үҙешмәкәр коллективтар тарафынан концерт та ҡуйыла.

Әйткәндәй, теүәл 60 йыл элек Фәниә һәм Әсхәт Ғәйфуллиндар тап ошо бинала законлы никахтарын нығытып, бәхетле тормош юлын башлаған. Уларҙың ғаиләһе күптәргә өлгө булырлыҡ. Мөхәббәттә, татыулыҡта йәшәү сере ябай, ти өлкәндәр.

Фото №1 - Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайында алтын һәм гәүһәр туйҙарын ҡаршылаған бәхетле парҙар тәбрикләнде

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ