Штәнде ауылы уҡыусылары ла хәҙер һанлы һәм гуманитар профилдәр буйынса заманса белем алыу мөмкинлегенә эйә. Улар физика, химия, информатика, технология һәм тормош нигеҙҙәре хәүефһеҙлеге дәрестәрен тәрән өйрәнәсәк.
Ошо маҡсатта үҙәк яңы компьютер, 3D-принтер һәм мультимедия ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ижад һәм проектлау эштәре, робототехника менән шөғөлләнеү бүлмәләре, интеллектуаль уйын залдары булдырылған.
Үҙәкте асыу тантанаһында район хакимиәте етәкселеге ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы мәғариф проекты мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Әйткәндәй, быйыл Үрге Ҡарыш һәм Түбәнге Иванай мәктәптәрендә лә һанлы лабораториялар ойошторола.
Гөлназ Хәйбуллина




