Өфөлә яҙыусы, публицист Сергей Довлатовтың 80 йыллыҡ юбилейын билдәләнеләр

Ошо уңайҙан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Әҙәби импульс» тип исәмләнгән 2-се Бөтә Рәсәй Довлатов фестивале үтте.

Публицистың тыуған ере Өфөлә саралар шәлкеме әҙерләнгән. Фестивалгә старт бирер алдынан Довлатов ихатаһы асылды. Унда күрһәтелгән театрлаштырылған пролог тамашасыларҙы үҙенсәлекле атмосфераға сумдырҙы.

Филармонияның Орган залында иһә Нина Аловерт төшөргән фотоһүрәттәрҙән күргәҙмә асылды. «Әҙәби импульс» фестивален уҙғарыу яҙыусының әҫәрҙәрен таратыу ғына түгел, ә кешеләрҙе ижадҡа йәлеп итеү, ти ойоштороусылар. Фестивалдә «Бәхетле» ҡыҫҡа метрлы фильм тәҡдим ителде. Мәскәү режиссерҙары уны Довлатовтың әҙәрҙәре буйынса төшөргән.

Фото №1 - Өфөлә яҙыусы, публицист Сергей Довлатовтың 80 йыллыҡ юбилейын билдәләнеләр

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ