Авторҙың күпселек әҫәрҙәренең төп геройы – төрки халыҡтар фольклоры персонажы Шүрәле. Әкиәт геройын һүрәтләгән әҫәрҙәр һоро фонда сағыу төҫтәрҙә башҡарылған һәм мәмерйәлә төшөрөлгән рәсемдәрҙе хәтерләтә.
Галереяла Радик Мусиндың төрлө стеналарҙа эшләнгән һүрәттәренең күсермәһе. Бында шулай уҡ авторҙың башҡа әкиәттәргә лә иллюстрациялары бар. Күргәҙмә октябргә тиклем дауам итә.
Гөлдәриә Йосопова




