Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен данлап...

Өфөнөң Зорге урамындағы 44-се йорт алдында «Беренсе уҡытыусыға» скверы асылды. Яуаплы һөнәр абруйын күтәреү башланғысы менән республика етәкселегенә Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина сығыш яһағайны.

Химия буйынса бихисап халыҡ-ара олимпиада еңеүселәрен тәрбиәләгән остаз төҙөлөш барышын етди күҙәтеп барған. Урындағы халыҡ та ситтә ҡалмай, ярҙамға сыға. Йәшелләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

Сквер төҙөлөшө бының менән генә сикләнмәй, киләһе этапта биләмәлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу ҡаралған. Тиҙҙән скульптура композицияһының эскиздарына конкурс иғлан ителә. Скверҙы асыу тантанаһында Лиза Ҡыям ҡыҙы һәйкәлдә уҡытыусы менән дүрт баланы һындандырыу теләген белдерҙе.

Гөлназ Хәйбуллина

Фото №1 - Мәғариф хеҙмәткәрҙәрен данлап...

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ