Мәктәптәрҙә санитар-эпидемиологик талаптарға етди иғтибар бирелә. Балаларҙы медицина инспекторҙары ҡаршы ала, сирләгән уҡыусылар ситтән тороп белем ала. Салауат районы Торналы ауылының полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов исемендәге мәктәптә уҡытыусыларҙың күбеһе вакцина эшләткән. Белем биреү ойошмаһы директоры Азат Басыров һөйләй.
Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә коронавирустан прививка яһата. Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһы мөдире Рәзинә Байегетова.
Башҡортостанда әле 1 миллион 40 меңдән ашыу кеше коронавирустан прививканың ике компонентын да эшләткән.




