Быйыл 1 сентябрҙә Башҡортостан мәктәптәренә 498 мең уҡыусы барған. Уларҙың 58 меңе беренсе класс балалары. Белем усаҡтарында эпидемиологик талаптар үтәлешен медицина инспекторҙары тикшерә. Бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ошоларҙы белдерҙе.
Республика Башлығы киләһе аҙнанан мәктәп, колледж һәм вуздар буйынса коронавирус йоҡтороусылар тураһында мәғлүмәт бирергә ҡушты.







