Республика парламенты янында һауа составын күҙәтеү буйынса эшсе төркөм булдырылды. Уны вице-спикер Рөстәм Ишмөхәмәтов етәкләй. Эшсе төркөм составына ғалимдар, экологтар, ҙур предприятие вәкилдәре инде.
Эшсе төркөмдөң тәүге ултырышы ошо айҙа ойошторолорға тейеш.







