Билдәле композитор һәм педагог Айрат Ҡобағошов арабыҙҙан китте. Уға 71 йәш ине. Айрат Ҡобағошов башҡорт композиторҙар мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Ул опера, симфоник, хор, инструменталь һәм вокал, халыҡ инструменттары өсөн әҫәрҙәр, спектаклдәр һәм кино өсөн музыка, күп йырҙар ижад итә. “Бөйөк шәхесте юғалттыҡ”, ти ижадсының уҡыусыһы Марсель Вәхитов.
Айрат Ҡобағошов бөтә ғүмерен халыҡ ижадын өйрәнеүгә бағышлай. Марсель Вәхитов дауам итә.
Айрат Ҡобағошов иртәгә тыуған төйәге - Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында ер ҡуйынына тапшырыла.







