Радий Хәбиров был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Штабҡа муниципаль берәмек вәкилдәре лә, ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары белгестәре лә инергә тейеш. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышына килгәндә, быйыл республикала коммуналь сештәрҙәрҙе яңыртыуға 5 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән, уның яртыһы тиерлек «БашРТС» линияһы буйынса эштәрҙе башҡарыуға йүнәлтелгән.
Төбәктә барлығы 115 километр йылылыҡ һәм 194 километр һыу селтәрҙәре яңыртылған. Радий Хәбиров фекеренсә, кешеләргә проблемалар менән мөрәжәғәт итеү өсөн берҙәм телефон номеры ла кәрәк. Ҡыҙыу линияның эш схемаһы киләһе аҙнала билдәле буласаҡ.
Мәғариф системаһы менән бәйле яңылыҡтар ҙа байтаҡ. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостанда 93 уҡыусы ата-әсәләренең ғаризаһына ярашлы дистанцион белем алыуға күсерелгән. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәре буйынса төбәктә киҫкен респиратор вирус ауырыуҙары йоҡторған 18 мең ярым кеше теркәлгән, уларҙың 36 проценты балалар.
Йәш быуындың сәләмәтлегенә ҡағылған тағы ла бер мәғлүмәт белем усаҡтарында стоматология кабинеттары асыу менән бәйле. Радий Хәбиров әйтеүенсә, мәктәптәрҙә тағы ла 50-70 стоматология бүлмәһе асыу мотлаҡ. Әле һәммәһе 140 мең уҡыусы тикшереү үткән. Был айҙа ял көндәре лә арта.
Һайлауға бәйле 17 сентябрь балалар уҡымаясаҡ. Ә бына мәҙәниәт учреждениелары йәш быуынды көтөп ҡала. Хәҙер музей-театрҙарға «Пушкин картаһы» ярҙамында бушлай йөрөргә мөмкин.





