Көнүҙәк һорауҙарға аныҡ яуаптар

8 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҙур матбуғат конференцияһы үтә.

Төбәк етәксеһе журналистарҙың һәм республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк. Сара Башҡортостан телеканалдарында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа барасаҡ. Кешеләр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы ике юл менән еткерә ала.

Уларҙың береһе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе, икенсеһе рәсми сайттағы махсус бүлек. Һуңғыһында видеоһорау ҡалдырырға мөмкин.

Фото №1 - Көнүҙәк һорауҙарға аныҡ яуаптар
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ