Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың былтыр уҙғарылған ҙур матбуғат конференцияһында Көйөргәҙе районының Бахмут ауылында йәшәүселәр транспорт мәсьәләһен күтәргәйне. Быға тиклем уларға район үҙәгенә тиклем эшкә йөрөү йәки табипҡа күренеү өсөн такси саҡыртырға тура килгән.
Ниһәйәт, проблема яйға һалынды. Бахмут ауылынан район үҙәгенә тиклем көнөнә ике тапҡыр рейс автобусы йөрөй башланы. Халыҡтың ҡыуанысын БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова бүлеште.
Был мәлде Бахмут ауылы халҡы 10 йылдан ашыу көтә. Тиҫтә йыл урында йәшәүселәр район үҙәгенә һәм Күмертауға шәхси пассажир ташыусының автобусында, йәки таксиҙа йөрөргә мәжбүр була. Был үҙ йәһәтендә күп сығымдар талап итә. Йыл ярым элек пассажирҙар ташыусы коммерция автобустары ла йөрөтөүҙән туҡтай. Изоляцияла ҡалған Бахмуттар транспорт уңайлыҡтарынан өҙөлә.
Бахмут-Ермолаев-Күмертау маршруты туҡтатылғандан алып халыҡтан күп ялыуҙар килә. Был һорау Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың үткән йылда ойошторолған ҙур матбуғат конференцияһында ла күтәрелгәйне. Көйөргәҙе районы хакимиәте менән «Башавтотранс» ойошмаһы тораҡ пунктҡа транспорт бәйланешен булдырыу өсөн ярайһы уҡ эш алып бара. Әйтеп үтергә кәрәк, Бахмут ауылы оло трассанан 4, ә район үҙәгенән 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тейешле үлсәүҙәр алып, юл шарттарын тикшергәндән һуң, кәрәкле документтар «Пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу үҙәгенә» ебәрелә. Комиссиянан рөхсәт алынғас, июлдән алып «Күмертау-Кинйәбай» маршруты буйынса хәрәкәт иткән автобус Бахмутҡа ла инә башлай.
Автобус аҙнаһына биш тапҡыр иртәнсәк һәм кискеһен йөрөй. «Башавтотранс» дәүләт ташыусыһы булғанға күрә, маршрутта льготалы пассажирҙарға, шулай уҡ «Алға» картаһына эйә булыусыларға 10 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Күмертауға тиклем юл хаҡы – 50 һум тәшкил итә.
Әлфинә Килдейәрова







