Республикала федераль медицина биология агентлығы табиптары пациенттарҙы ҡабул итә

Аҡ халатлы десант. Бөгөн улар Ғафури үҙәк район дауаханаһында эшләне. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Әхмәт Хоҙайбирҙин нерв системаһы сиренән яфалана. Аяҡ, ҡулдары ойоуына, баш әйләнеүенә зарлана. Әммә диагнозда аныҡлыҡ юҡ. Республика табиптары уға федераль кимәлдә тикшереү үтергә тәҡдим иткән. Әмәлгә ярағандай, федераль белгестәр ауырыуҙың янына үҙҙәре килде.

Татьяна Сазонова ФМБА төркөмөнөң табип неврологы. Башҡортостан пациенттарын ул тәүге тапҡыр ҡабул итә. Аҡ халатлы белгес республикала ауырыуҙарҙы күҙәтеү юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләй.

Пациенттарҙың барыһы ла ауыр сирлеләр. Уларға федераль үҙәктә тикшеренеү үтеү талап ителә. Мәҫәлән 16 йәшлек Татьяна Янгашеваның физик һәм рухи үҫеше тотҡарланған. Табип-эндокринолог уға генетика, йәғни нәҫел сирҙәренә анализ тапшырырға тәҡдим итте.

Федераль медицина биология агентлығы илебеҙҙең санитар эпидемиология именлеге һағында торған ҡеүәтле медицина үҙәктәренең береһе. Аҡ халалатлылар ғәҙәттә стратегик әһәмимәттәге йүнәлештә эшләй. Республикаға табиптар төркөмө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Федераль медицина биология агетлығы етәксеһе Вероника Скворцованың килешеүе нигеҙендә килгән. Әлегә тиклем улар Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары, Асҡар ауылы пациенттарын ҡабул итеп өлгөргән.

Төркөмдә 18 табип. Улар Мәскәү, Түбәнге Новгород, Һамар һәм Дмитровград ҡалаларынан.Федераль медицина десанты иртәгә Ишембай ҡалаһында эшләй. Ике көн дауамында улар төбәк халҡын ҡабул итәсәк.

Фото №1 - Республикала федераль медицина биология агентлығы табиптары пациенттарҙы ҡабул итә

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ