Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала халыҡтан 2 мең 500-гә яҡын мөрәжәғәт эшкәрткән. Һорауҙар “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителә. Халыҡты күберәк биләмәләрҙе тәртипкә килтереү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. 900-ҙән ашыу мөрәжәғәт төҙөкләндереүгә бәйле булған. Вакцинация, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар һәм социаль яҡлауға бәйле һорауҙар ҙа ҡабул ителгән. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, халыҡтан мөрәжәғәттәр кәмеүе күҙәтелә.







