Мәҙәни сараны йыл һайын ойоштороу ҡарала. Уның форматын һәм йөкмәткеһен булдырыу Мәҙәниәт министрлығына ҡушылды. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
1 сентябрҙә Совет майҙанында уттар менән яҡтыртылған йырлы фонтан эшләй башланы. “Был урын яратҡан кешеләрегеҙ менән осрашыу урыны булһын. Мин Каринамды ул йәшәгән йорттоң подъезы янында осраттым”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров. Биләмәлә төҙөкләндереү эштәрен тулыһынса киләһе йылда тамамлау планлаштырыла. Унда легендар командир, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла.







