Бөгөн стационарҙарҙа 696 пациент дауалана, уларҙың 434-е 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 61 сирленең 16-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 4 473 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә.
Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 280 кеше һауығып сыҡҡан, пандемия башланған осорҙан 52 776 кеше һауыҡҡан. Бер көндә коронавирустан 15 кешенең ғүмере өҙөлгән. Төбәктә шулай уҡ халыҡты вакциналау дауам итә.
Республикаға барлығы 1 539 018 доза вакцина килтерелгән. Беренсе компонентты 1 190 006 кеше яһатып өлгөргән, 1 052 983-ө вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Гөлдәриә Йосопова




