Башҡортостанда һайлауға әҙерлек дауам итә

Ил буйынса тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һайлау быйыл өс көн 17 сентябрҙән 19-на тиклем дауам итәсәк. Сәйәси кампания сиктәрендә төбәктә һайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт үҙәге булдырылды. Өфө типографияһында бюллетендәрҙе баҫтырыу тамамланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Типография складын миллионлаған дана менән баҫтырылған бюллетендәр тултырған. Башҡортостанда бланктар һайлауға әҙерлек сиктәрендә тикшереү үтеп, махсус өлгө буйынса сығарыла. Тауыш биреү мисәте ҡуйылған һәм һаҡлау сеткаһы менән билдәләнгән даналар Өфөнөң «Белая река» дәүләт типографияһында етештерелде.

Тауыш биреү кампанияһы ил киләсәген билдәләүҙә мөһим сәйәси аҙым. Шуға ла һәр бюллетень рәсми документҡа тиң. Бланктарҙағы мәғлүмәт хатаһыҙ, аңлайышлы һәм хәүефһеҙлек күҙлегенән һаҡланылған булырға тейеш.

Бланктарҙың 80 проценты рус, 13 проценты башҡорт һәм ҡалған 5 проценты татар телдәрендә баҫтырыла. Яҡын арала полиграф комбинат етештергән бюллетендәрҙе төбәктәрҙең территориаль һайлау комиссияларына таратыу күҙаллана.

Әлеге ваҡытта Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы өлгөһө буйынса бюллетендәр баҫтырыла. Комиссия раҫлаған текст талап ителгән форматтағы ҡағыҙҙа сығарыла. Законға ярашлы, КОИБтар ярҙамында тауыш биреү өсөн айырым бюллетендәр әҙерләнә. Республика өсөн 742 мең бюллетень баҫтырылды.

Илона Макаренко, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Һайлау быйыл өс көн – 17 сентябрҙән 19-на тиклем дауам итә. Башҡортостан халҡы Дәүләт Думаһынан тыш, республика парламентының айырым участкалары буйынса депуттатар һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарын һайлай.

Республикала 14 сәйәси фирҡәнән 94 кандидат тәҡдим ителде. Шулай уҡ бер мандатлы округтар буйынса 58 кандидат теркәлгән. 6 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнгән, тауыш биреү участкаларында мең дә 315 камера эшләйсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда һайлауға әҙерлек дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ