Был эш «Атайсал» проекты ярҙамында башҡарылды. Ғалимә виноград үҫтереү агротехникаһын өйрәнеп, емештең тиҫтәгә яҡын яңы төрөн булдыра. Бюст асыу тантанаһынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Виноград баҡсалары менән тотош илгә дан ҡаҙанған төбәктә – оло тантана. Ғалимә-селекционер Лидия Стреляеваға бюст ҡуйылды. 1927 йылда ғаиләһе менән Украинанан Башҡортостанға күсенгән агроном ҡырыҫ климатик шарттарҙа емеш үҫтереп ҡарай, күп тә үтмәй уңышҡа өлгәшә. Селекция эше нигеҙендә виноградтың француз төрҙәре була, тап улар ярҙамында һыуыҡҡа бирешмәҫ яңы сорттар барлыҡҡа килә.
Емештең тәүге башҡорт төрөн сығарыуға ун биш йыл талап ителгән. Дөйөм алғанда, ғалимә виноградтың ун сортын һәм биш элиталы гибридын барлыҡҡа килтерә. Һөҙөмтәлә виноград Башҡортостанда ғына түгел, СССР-ҙың Европа өлөшөндәге төньяҡ райондарҙа ла киң таралыу ала. Әйткәндәй, Кушнаренко ауылында йәшәүселәр Лидия Стреляеваның исемен мәңгелләштереү башланғысы менән күптән янған. Емеш-еләк культуралары һәм виноград буйынса селекция үҙәге алдында ҡуйылған бюст - оло шәхескә ихтирам билдәһе.
Лидия Стреляева 1951 йылда Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүгеләрҙән булып СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ булған. БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы исемен дә ала. Селекция эшен алып барғанда ул йәштәр менән тығыҙ эшләй, белеме менән уртаҡлаша. Шуғалыр ҙа өс гектар виноград плантацияһы бөгөн дә сәскә атып, мул уңыш бирә. Ә был бинала уҙған быуаттың утыҙынса йылдарынан алып лаборатор тикшеренеүҙәр уҙғарыла.
Виноградта шәкәр кимәлен үлсәүсе прибор, микроскоп - Лидия Николаевнаның эш ҡоралдары бөгөнгәсә һаҡлап ҡалынған. Ғөмүмән, лаборатория йорт-музейҙы хәтерләтә. Бында билдәле ғалимәнең ғилми эштәре менән танышырға мөмкин. Әйтәйек, был брошюрала Башҡортостан баҡсасыларына виноград үҫтереү кәңәштәре яҙылған.
Республиканың һәр район-ҡалаһында Кушнаренкола селекция эше барышында сығарылған виноград үҫә. Төрөнә ҡарап һәр ҡайһыһының тәме, үлсәме, уңдырышлылығы ла айырыла. Белгестәр бигерәк тә «Стреляева иҫтәлегенә» тип аталған виноград сортын маҡтап телгә ала.
Башҡортостандың ауыл хужалығы ғилми-тишеренеүҙәр үҙәге етәкселеге питомниктың майҙанын киңәйтеп, виноградтың яңы башҡорт төрҙәрен булдырыу маҡсатын ҡуйған. Урта махсус уҡыу йорттарында виноград селекцияһы йүнәлешен асыу ҙа планлаштырыла. Шулай уҡ Кушнаренко емеше нигеҙендә вино етештереү буйынса ла республика, күрше төбәк эшҡыуарҙары менән килешеүҙәр төҙөлә.
Гөлназ Хәйбуллина




