Оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштө тамамлау өсөн өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды аҡса бүлә. Йыл аҙағына тиклем өс йортто сафҡа индереү маҡсаты ҡуйылған. Ә 2023 йылға алданған өлөшсөләр алдындағы бурысты тулыһынса үтәп бөтөү бурысы тора. Төҙөлөш майҙанынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Фатирҙарҙың тәүге планы әлегенән айырылып тора. Электромонтажсылар үҙ төҙәтмәләрен индергән. Сымдарҙы һуҙғандан һуң, бында штукатурсылар иҙән һәм стеналарҙы тигеҙләй башлаясаҡ. «Миловка паркы» торлаҡ комплексындағы 10-сы кварталында эштең иң ҡыҙыу мәле. Фатирҙарҙы йыл аҙағына тиклем сафҡа индереү бурысы тора.
10-сы кварталдың 5-се йортонда 6 подъезд иҫәпләнә. Уларҙың дүртеһендә электр сымдары һуҙылған, монтажлау эштәре лә тамамланған.
Оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштө тамамлау мәсьәләһен хәл итеү өсөн Башҡортостан хөкүмәте Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау федераль фондына мөрәжәғәт итә. Фонд ярҙамында алданған граждандар алдындағы бурыстарҙы үтәү эштәре башлана. Быйыл «Миловка паркы»нда өс йортто тулыһынса төҙөп бөтөҮ һәм ҡулланыуға тапшырыу күҙаллана.
Алдағы төҙөлөш ойошмаһының биналарҙы күтәреүҙә күп етешһеҙлектәре асыҡланғанға күрә, 8-се һәм 9-сы кварталда урынлашҡан 5 йорт һүтелә. Уларҙың урынына яңылары төҙөләсәк.
Ә бына 10-сы кварталдың 4-се йорто башҡаларынан айырмалы әҙер тип әйтергә лә мөмкин. 4 подъезда ла төҙөлөш эштәре бер үк ваҡытта башҡарыла. Иҙән-стеналар тигеҙләнгән, ҡайһы бер фатирҙарҙа торбалар һуҙыла. Был йортта яңы йылға тиклем 80 ғаилә өй туйлар тигән ниәттә төҙөүселәр. «Миловка паркы» торлаҡ комплексында киләһе йыл 13, ә 2023 йылда ҡалған 4 йортто сафҡа индереү планлаштырылған.
Әлфинә Килдейәрова




