Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы Кубогының хәл иткес уйындары башланды

Төп приз өсөн Өфөнөң «Ағиҙел» һәм Ҡытайҙың «КРС Ванке Рэйз» командалары көрәшә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пандемияны иҫкәртеү маҡсатында уҙған миҙгелдең финал серияһы билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелеп торғайны.

Сериялағы беренсе уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 5-2 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе осрашыу 10 сентябрҙә Мәскәү өлкәһенең Мытищи ҡалаһында үтә. Финал ике еңеүгә тиклем дауам итә.

Фото №1 - Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы Кубогының хәл иткес уйындары башланды

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ