Архангел районында бөгөн “Баҫыу көнө” уҙа

Семинар-кәңәшмә майлы культуралар селекцияһын камиллаштырыуға арнала. Уның эшендә ауыл хужалығы министрлығы, предприятие, хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар  ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда майлы культураларға өҫтөнлөк бирелә. Көнбағыштан тыш хужалыҡтар рапс, етен үҫтерә. Был сәсеүлек майҙандарын төрлөләндерергә һәм иҡтисади хәүеф кимәлен кәметергә мөмкинлек биргән. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, юғары технология ҡулланғанда,  яҡшы уңыш алырға була, ти Агрохим-Гарант” компанияһының генераль директоры Илдар Исхаҡов.

Архангел районында бөгөн “Баҫыу көнө” уҙа

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 80 меңгә яҡын гектар майҙанда майлы культуралар  йыйып алынған. Был - планға ҡарата 20 процент.

Фото №1 - Архангел районында бөгөн “Баҫыу көнө” уҙа
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ