Республикала фәнни тикшеренеүҙәр өсөн гранттар булдырылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алдынғы ғалимдар етәкселегендәге фәнни тикшеренеүҙәргә дәүләт кимәлендә ярҙам итеү сараларын күреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Ошо маҡсатта төбәк бюджетынан субсидия формаһында 75 миллион һумлыҡ 4 грант булдырылды. Республика мәғариф һәм фән министрлығына гранттарҙы алыу буйынса конкурстар ойоштороу бурысы йөкмәтелде.

Фото №1 - Республикала фәнни тикшеренеүҙәр өсөн гранттар булдырылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ