Бөгөн Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашҡан сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре һәм эксперттар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. “Исемлектә 14 сәйәси фирҡә күрһәтелгән. Шуға халыҡ һайлау алды барышы менән ҡыҙыҡһына һәм тауыш биреү әүҙемлеге юғары булмаҡсы”, - ти иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров.
Түңәрәк өҫтәлдә сәйәси партиялар вәкилдәре һайлау алды программалары менән таныштырҙы һәм тауыш биреү барышында төбәк үҙенсәлектәренә бәйле фекерҙәрен белдерҙе. “Рәсәй либерал-демократтар партияһы” ағзаһы Вячеслав Рябов.
“Рәсәй Федерацияһының коммунистар партияһы” һайлау алды программаһында социаль өлкәгә төп иғтибар бүлгән. Сәйәси фирҡәнең төбәк комитеты беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин һөйләй.
“Рәсәй пенсионерҙары социаль ғәҙеллек өсөн партияһы” ағзаһы Булат Ильясов һөйләй.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы халыҡ тәҡдимдәренә таянып программа әҙерләгән. Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.
Дәүләт Думаһына һайлау өс көн бара. 17, 18 һәм 19 сентябрҙә тауыш бирергә мөмкин. Һайлауҙа 14 сәйәси партия ҡатнаша.




