РИА-Яңылыҡтар хәбәр итеүҙәренсә, министр Красноярск крайында ведомство-ара күнекмәләрҙә ҡатнашҡан. Норильск ҡалаһында Евгений Зиничев текә ярҙан ҡолап төшкән. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә министрҙың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Евгений Зиничевҡа 55 йәш ине, ул 2018 йылдан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры вазифаһын үтәне.




