Республикала һәр малға 18 центнер аҙыҡ әҙерләнгән

Башҡортостан хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә. Бөгөнгә 571 мең тонна бесән әҙерләнгән, план 79 процентҡа үтәлгән. Сенаж һәм силос буйынса билдәләнгән эштәрҙең өстән ике өлөшө теүәлләнгән. Республикала әле һәр малға 18 центнерҙан ашыу аҙыҡ запасы тупланған. Урал аръяғы райондарында мал аҙығына бер ни тиклем ҡытлыҡ бар, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.

Фото №1 - Республикала  һәр  малға  18 центнер аҙыҡ  әҙерләнгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ