Бөгөн Башҡортостанда тәүге тапҡыр Уҡыу көнө уҙғарылды. Ул “Уҡы. Фән, белем һәм ижад доньяһын ас” девизы аҫтында үтә. Сара уҡыу һәм белем фестиваль-марафонын башлап ебәрҙе. Уҡыу көнөн асыу тантанаһы Милли китапхананың төп корпусында үтте. Фестиваль–марафон республикала йәшәгән халыҡтарҙың рухи мәҙәниәтен арттырыу, китап уҡыуға ылыҡтырыуға булышлыҡ итә, ти Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғәниев.
Фестиваль–марафон сиктәрендә 30 сентябргә тиклем “Цитатаны уҡы” онлайн-флешмобы уҙғарыла.







