“Күңелебеҙҙә мишәр тигән үҙбилдәләнеш бар. Был беҙҙең өсөн үтә лә мөһим”. Шулай тип белдерҙе бөгөн мишәр тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһында уның белгесе Айҙар Сираев. Үҙәк мишәрҙәр күпләп йәшәгән Балтас районы Иҫке Балтас ауылында урынлашҡан. “Тарихи-мәҙәни үҙәк төрлө төбәктәрҙә йәшәгән мишәрҙәрҙе берләштерергә, тарихыбыҙҙы тәрәнерәк өйрәнергә һәм яңы мәғлүмәттәр тупларға ярҙам итер”, тигән фекерҙә.







