Хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында

Республика кардиология үҙәге табиптары баш мейеһенең ҡан тамырҙарын дауалап инсульт кеүек хәүефле сирҙе иҫкәртә. Тәжрибәле кардиологтар аҙ йәрәхәтле ысул менән тромбтарҙы ҡырҡып пациенттың йәшәү сифатын яҡшырта, оҙаҡ йылдар йәшәргә булышлыҡ итә. Инсульттың яңынан ҡабатланыуын кисектергән ҡатмарлы әмәлиәт республика кардиология үҙәгендә йылына 3-4 тапҡыр ғына үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Күптән түгел инсульт кисергән Юрий Барановтың төп маҡсаты – сирҙең яңынан ҡабатлауын кисектереү. Бының өсөн пациентҡа республика кардиология үҙәге табиптары ярҙамға килгән. Улар хәүефле диагнозға ҡаршы операция ваҡытында баш мейеһенең ҡан тамырҙарындағы тромбты ҡырҡып алып, йәрәхәтләнгән урынға махсус диск ултыртҡан.

Ҡатмарлы әмәлиәт республика кардиология үҙәгендә эшләнә. Белгестәр әйтеүенсә, инсульттың сәбәбе баш мейеһе менән генә бәйле түгел, хәүефле сир йөрәктәге ҡан тамырҙарында барлыҡҡа килгән төйөрсәләрҙән башланыуы ихтимал.

Инсульт тураһында һүҙ барғанда һәр минут ҡәҙерле. Ҡулдар, бит ойоп паралич башланған минутта уҡ тиҙ ярҙам саҡыртып операция эшләнгәндә инсультты кисектереү мөмкин. Әммә пациент биш минут көтөп, табиптарға мөрәжәғәт итмәһә, тромб ҡан тамырын бикләп ҡуя. Был осраҡта баш мейеһе күҙәнәктәре үлеп хәүефле эҙәмтәләргә килтереүе ихтимал.

Игорь Бузаев, Республика кардиология үҙәгенең рентген-хирургия бүлеге мөдире

10 проценттан ашыу осраҡта инсульттың яңынан ҡабатланыуы мөмкин, шуға ла иҫкәртеү сараларына иғтибар юғары булырға тейеш. Кардиология үҙәге табиптары был 10 процентҡа ла юл ҡуймаҫҡа тырыша, сөнки һәр осраҡ ҡотҡарылған кеше ғүмере тигәнде аңлата.

Йөрәк сирҙәрен иҫкәртеү юғары ҡан баҫымы менән интеккән граждандар өсөн айырыуса әһәмиәтле. Гипертониктар ҡан баҫымын нормаға килтереү дарыуҙарын өҙлөкһөҙ файҙаланырға тейеш. Тәжрибәгә ярашлы, пациенттар үҙҙәрен насар тойғанда ғына препараттар эсеп профилактиканы инҡар итеп күнеккән.

Уҙған быуатта инфаркт һәм инсульт кеүек диагноздар уртаса 50 йәштән башлана тип һаналһа, бөгөн был сирҙәр йәштәрҙе лә урап үтмәй. Һуңғы йылдарҙа хәүефле диагноз менән 30 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр яфалана. Бигерәк тә коронавирус инфекцияһы осоронда йөрәк сирҙәре менән ауырыусылар һаны артҡан. Шуға ла иҫкәртеү саралары тураһында онотмай ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итеү төрлө йәштәге пациенттарға зарур.

Фото №1 - Хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ