Дөйөм алғанда, 1 миллион 800 мең объекттың яңы хаҡы билдәләнә. Был мәғлүмәттәр 2023 йылда һалым һалғанда ҡулланыласаҡ. Милекселәр күсемһеҙ милек объекты характеристикаһын аныҡлаусы декларация тапшыра ала.
Башҡортостандың дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризация учреждениеһы сайтында документ формаһы һәм уны тултырыу буйынса тәҡдимдәр менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ һәр кем кадастр хаҡының нисек иҫәпләнгән булыуы тураһында аңлатма һорау мөмкинлегенә эйә, килешмәгән осраҡта, хаталарҙы төҙәтеүгә ғариза бирелә.
Белгестәр билдәләүенсә, ер категориялары хаҡының бер йылда билдәләнә башлауы халыҡ өсөн дә уңайлы буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина




