Ишембай районы Һарғай ауылындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде

Быйыл «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә Ишембай районы Һарғай ауылындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде. Халыҡтың оло ҡыуанысын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

Яңы ғына түшәлгән асфальт юлдың сиге күренмәй. Төҙөкләндерелгән тигеҙ участканан бер-бер артлы машиналар елә. Автоһәүәҫкәрҙәргә генә түгел, йәйәүлеләр өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға. Быға тиклем соҡорҙар менән тулы хәүефле биләмәне хәҙер танырлыҡ та түгел. Капиталь ремонт эштәре ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы башҡарыла.

Ишембай районы Һарғай ауылында йәшәүселәр үҙәк урамдағы юлды төҙөкләндереү ниәте менән күптән янған. Былтыр Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына эләгеү маҡсатында йыйылыштар уҙғарыла. Республиканан субсидия алыуға смета документтары төҙөлә, проект хаҡы 1 миллион 350 мең һум тип баһалана. Конкурс талаптары буйынса сумманың бер өлөшөн урындағы хакимиәт, ауыл халҡы, бағыусылар ҙа ҡаплай.

Ҡасандыр Һарғай ауылы бөтөп барған ауылдар исемлегендә булған. Һуңғы йылдарҙа урамдар төҙөкләндерелә, яңы йорттар ҡалҡа. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, асфальт юл йәштәрҙе тыуған яҡҡа ҡайтарыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә лә тос өлөш индерәсәк.

Фото №1 - Ишембай районы Һарғай ауылындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ