Теему Хартикайнен Финляндияның КХЛ-дағы иң мәргән уйынсыһы

Магнитогорскиҙағы осрашыуҙан һуң яҡташыбыҙ легионерҙар исемлеген етәкләне. Ул 396 мәрәй йыйып үҙенең ватандашы Петри Контиоланы уҙып китте. Кисәге уйында юлаевсылар тағы ла бер рекорд ҡуйҙы.

Башҡортостан командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр Металлург клубын иң ҙур иҫәп менән тар-мар итте. Өфө хоккейсылары индергән 7 шайбаға дәғүәселәр ике гол менән генә яуап ҡайтара алды.

Яҡташтарыбыҙҙан уңышҡа Николай Кулёмин, Алексей Пустозёров, Артём Пименов, Данил Башкиров, Теему Хартикайнен, Маркус Гранлунд һәм Александр Кадейкин иреште. Ситтә өс уйын рәттән еңеү яулағандан һуң иртәгә Салауат Юлаев клубы үҙ боҙонда тәүге осрашыуын үткәрә. Өфөгә ҡунаҡҡа Мәскәүҙең Спартак клубы килә.

Фото №1 - Теему Хартикайнен Финляндияның КХЛ-дағы иң мәргән уйынсыһы

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ