«365 көн уҡы!» марафон-фестиваленә старт бирелде

Китап белем – шишмәһе. Гаджеттар дәүерендә лә уҡыуҙың әһәмиәте һис кенә лә кәмемәй. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала махсус марафон-фестивалгә старт бирелде. Ул «365 көн уҡы!» тип атала.

Китап кешелектең интеллектуаль багажы. Замана технологиялары нигеҙендә лә тап ҡағыҙға баҫылған сығанаҡтар, фәнни асыштар ята. Нәфис әҙәбиәт иһә йәмғиәттәге мәҙәнилектең, дөйөм аң кимәлен, фекерләү ҡеүәһен арттыра. Шуға ла милли китапхана хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙе күберәк китап уҡырға саҡыра.

Йәш быуындың саманан тыш гаджетттар менән ҡыҙыҡһыныуы, буш ваҡытының күп өлөшөн социаль селтәрҙә үткәреүе интеллект кимәле кәмей барыуына юл аса. Фестиваль марафондың төп маҡсаты китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Уның сиктәрендәге саралар шәлкеме 30 сентябргә тиклем дауам итә.

Фото №1 - «365 көн уҡы!» марафон-фестиваленә старт бирелде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ