Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш уҙғарҙы

Республика  башлығы  4 сәғәт дауамында Башҡортостан халҡының, шулай уҡ журналист һәм блогерҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. БСТ, «Башкортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», ЮТВ телеканалдары һөйләшеү барышын тура эфирҙа күрһәтте, шулай уҡ уны социаль селтәрҙә ҡарау мөмкинлеге булды. Һорауҙар төрлө өлкәгә арналды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, иҡтисад үҫеше, сәйәсәт,мәғариф һәм фән, спорт, ер аҫты байлыҡтарын сығарыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, сүп-сар реформаһына бәйле һорауҙар күп булды. Радий Хәбиров шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирҙе. Республика башлығы менән тура бәйләнеш барышында көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Уларҙы хәл итеү буйынса аныҡ яуаптар алынды, ти Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш уҙғарҙы
Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш уҙғарҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ