Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш уҙғарҙы. Ул 4 сәғәт дауамында республика халҡының, шулай уҡ журналист һәм блогерҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар төрлө өлкәгә арналды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, иҡтисад үҫеше, сәйәсәт, мәғариф һәм фән, спорт, ер аҫты байлыҡтарын сығарыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, сүп-сар реформаһына һәм әлбиттә вакциналауға бәйле һорауҙар ҙа булды.“Вакцина яһатығыҙ. Был коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү һәм ғәҙәти тормошҡа күсеүҙең берҙән-бер юлы” тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Радий Хәбировтан Республика башлығы вазифаһында эшләй башлағас холҡоғоҙҙоң ҡайһы сифаттарын үҙгәртер инегеҙ тип тә һоранылар. Элегерәк ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ҡыҙыу, өҫтәл һуғып, тауыш күтәреп хәл итһәм, хәҙер тынысыраҡ булырға тырышам тине.







