Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү киләһе йылда башланыуы мөмкин. Был мәсьәлә Республика башлығы менән тура бәйләнеш барышында күтәрелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, проблеманы тиҙ арала хәл итергә кәрәк.
Башҡортостан мәҙәни объекттарҙы һаҡлау идаралағы сайтында Салауат Юлаев һәйкәле торошо тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтелгән. Скульптураға ҙур ремонт кәрәк.







