Тәтешле районындағы Шүлгән ауылы мәктәбе балалары археологик ҡомартҡылар менән яҡындан таныша

Рәил Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты менән берлектә ойошторолған проектҡа ярашлы, ғалимдар район биләмәһендә этнографик тикшеренеүҙәр уҙғарып, мәктәп уҡыусылары, педагогтар һәм музей хеҙмәткәрҙәре өсөн экскурсиялар ойоштора башланы. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Ауыл эргәһендә генә боронғо археологик ҡомартҡы. Уның барлығы тураһында балалар легенда-риүәйәттәр аша ғына белгән. Ҡаласыҡ менән уларҙы яҡындан таныштырыу, тарихын һөйләү маҡсатында экскурсия ойошторолдо. Сараны Рәил Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты үткәрә.

Археологик ҡомартҡыға исем ҡушҡанда, ғәҙәттә, эргәлә урынлашҡан ауылдыҡы бирелә. Үткән быуаттың икенсе яртыһында академик Нияз Мәжитов тарафынан асыҡланған археологик һәйкәл «Тәтешле ерлегенең боронғо ҡомартҡылары» проекты сиктәрендә өйрәнелә. Беҙҙең эраның 4-7-се быуатына ҡараған ҡаласыҡтың яһалма стеналары әлеге көнгә тиклем һаҡланған. Тупраҡтан күтәрелгән бер нисә метрлыҡ стеналар ҡәлғәне дошмандарҙан һаҡлаған. Ҡаласыҡ әле лә байлыҡ эҙләүсе һөжүмселәр менән көрәшә.

Бахмут мәҙәниәтенә ҡараған ҡомартҡы металл эҙләүсе менән ҡоралланған кешеләрҙән зыян күрә. Уларҙың эҙҙәрен бында аҙым һайын тиерлек осратырға мөмкин.

Борондан ҡалған ҡомарткыны һаҡлау һәм үҫеп барған быуынды тарих менән таныштырыу маҡсатында «Тәтешле ерлегенең боронғо ҡомартҡылары» проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауҙы, интерактив карта булдырыуҙы күҙ уңында тота. Әгәр ошоға тиклем Тәтешле районында 29 мәҙәни һәм археологик ҡомартҡы билдәле булһа, хәҙер уларҙың һаны 53-кә тиклем еткән. Исемлектә ҡаласыҡтар ғына түгел, ауыл һәм ҡәберлектәр ҙә бар.

Оҙайлы тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе булараҡ, бай йөкмәткеле тарих менән Шүлгән ауылы мәктәбе уҡыусыларын таныштырыу тора. Балаларға ҡаласыҡ буйлап экскурсия ойоштороуҙан тыш, ҡыҫҡа лекциялар уҙғарылды. Баш ҡаланан алыҫ йәшәүсе үҫеп килгән быуынды мәҙәниәт менән таныштырыу бик әһәмиәтле, тип иҫәпләй тарихсылар. Улар менән килешмәү мөмкин түгел. Археологик ҡаҙылмалар тураһында тыңлаусы төп тәнҡитселәр проекттың кәрәклеген үҙҙәре билдәләй.

Тарихсылар яҡын киләсәктә Шүлгән ҡаласығын ҡурсалау буйынса эш башланырына өмөтләнә. Төрлө ауыл балаларын Тәтешле районындағы башҡа археологик ҡомартҡылар менән таныштырыу дауам итәсәк.

Фото №1 - Тәтешле районындағы Шүлгән ауылы мәктәбе балалары археологик ҡомартҡылар менән яҡындан таныша

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ