Континенталь хоккей лигаһы командаларҙың яңы миҙгелдәге тәүге көс индексы рейтингын иғлан итте. Исемлектә тәүге баҫҡысҡа “Салауат Юлаев” командаһы ҡуйылған. Юлаевсылар чемпионатта өс уйын уҙғарып, өсөһөндә лә еңеү яуланы. Санкт-Петербургтан СКА менән Мәскәүҙән “Спартак” икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә. Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ майҙанындағы уйындар серияһын башлай. Өфөгә Мәскәүҙән “Спартак” килә. Осрашыу 19 сәғәттә башлана.




