Хәүефһеҙлек – иғтибар үҙәгендә. Берҙәм тауыш биреү көнө алдынан ҡотҡарыусылар өсөн семинар ойошторолдо. Һайлау участкаларында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бурыстар билдәләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкиле Гүзәл Шәрәфетдинова:
Рәсәйҙә тауыш биреү көнө өс көн бара. Һайлауҙар 17, 18, 19 сентябрҙә була. Республикала һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.







